Нур. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Нур[edit]

Мин көнбағыш кеүек, ҡараштарым

Төбәлгәндәр һәр саҡ ҡояшҡа,

Шуғамылыр, хатта үҙ-үҙемдән

Уҙып үҫәм ҡай саҡ бер башҡа.

Тәкәбберлек түгел, маһайыу ҙа,

Башым текә - эсәм яҡтылыҡ.

Яҡтылыҡҡа ғашиҡ булған өсөн

Кешеләрҙән көтәм яҡшылыҡ.

Минән башҡа һәр кем - минән бейек,

Минән башҡа һәр кем - пәйғәмбәр,

Юғарыға шуға - ҡарашым да,

Ҡояш кеүек - яҡшы әҙәмдәр.

Күктә - күңелем, хыялдарым солғап,

Маңлай күҙем япһа уй-сатыр,

Күрмәй үтте, тимә, үпкәләмә,

Яҡты булһаң, нурың туҡтатыр.